Дим биҫтәһендә йөк ташыусы “Газель” микроавтобусы янып китте.
Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Водитель ут сыҡҡанын күргәс тә, янғын һүндереүселәргә шылтыратып өлгөрә. Шуға ла янғын тиҙ арала һүндерелә. Әммә БашДТП төркөмөндә шаһиттар Газель йөрөрлөк хәлдә түгел, тип хәбәр итә.