Өфөлә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре дарыуҙан ағыуланған

Тулыраҡ: Өфөлә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре дарыуҙан ағыуланған

Өфөлә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре дарыуҙан ағыуланған.

Ваҡиға Дим районындағы 95-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында була. 3 бала ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла, дарыуҙы улар тәрбиәсе сумкаһынан алған. Әле сабыйҙарҙың икеһе реанимацияла. Уйын бүлмәһен йыйыштырырға ҡалған малайҙарҙың береһе аҡса тотоп йөрөүен күреп тәрбиәсе шунда уҡ үҙенең әйберҙәрен тикшерә. Аҡсаны бала сумканан алған, таблеткалар һауыты ла буш була. Алина Зәкирова был хаҡта шунда уҡ етәкселеккә хәбәр итә.Тәрбиәсе сумкаһына төшкән малай бер-нисә минуттан үҙен насар тоя башлай, шунда ғына ул таблетканы йотҡанын әйтә. Малайҙы ашығыс ярҙам саҡыртып дауаханаға оҙаталар. Һуңғараҡ тағы ла ике бала ауырып китә. Балалар ашап ағыуланған дарыуҙар тәрбиәсенең шәхси шкафындағы сумкала була, ул иң аҫҡы полкала ятҡан. Малайҙар уны алып ашап ҡарай, был ваҡытта мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәре башҡа балаларҙы бәҙрәфкә алып киткән. 3 йәшлек ике малайҙың хәле әле ауыр тип баһалана, бер бала тейешле ярҙамдан һуң төҙәлә башлаған. Был осраҡтан һуң Дим районы хакимиәтендә ашығыс рәүештә мәғариф ойошмалары етәкселәре йыйылды. Хәл ҡабатланмаһын өсөн тәрбиәсе һәм уҡытыусыларға ҡарата шәхси әйберҙәрен һаҡлау талаптарын ҡәтғиләштерергә ниәтләйҙәр.Осраҡ буйынса Хоҡуҡ һаҡлау органдары ла тикшереү башланы. Уның һөҙөмтәләре буйынса тәрбиәсенең эшенә юридик баһа биреләсәк. Дарыу ашап ағыуланған балаларҙың ата-әсәләре әле сабыйҙарҙың сәләмәтлеге өсөн көрәшә, шулай ҙа уларҙың тәрбиәсегә ҡарата дәғүәһе юҡ һәм ваҡиғаны аңлап ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта 3 йыл тәжрибәһе булған хеҙмәткәрҙең яҡлап ата-әсәләр 80 ҡултамға йыйған.