Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш дауам итә.
Тәүге 100-ҙән ашыу егет Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре, Ҡаҙағстан һәм Бүрәт республикаларындағы хәрби частарға оҙатылды. Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостандан 6 мең һалдат Рәсәй армияһы сафтарын тулыландыра. Ныҡышмалыҡ аша бейеклеккә. Халыҡ-ара кимәлендәге спорт мастеры, мотоспорт буйынса Рәсәй чемпионы Егор Машковец был миҙгелдә һуңғы күнекмәләрен үткәрә. Оҙаҡламай уға үҙенең тоғро дуҫы мотоциклы менән хушлашып торорға тура килә. Билдәле спортсы тыуған иле алдындағы бурысын үтәргә йыйына. Уның ҡарашын атаһы ла тулыһынса уртаҡлаша һәм һәр башланғыстарындағы һымаҡ ярҙам итергә әҙер. Спортсы булғас, Егорҙың физик яҡтан әҙерлеге көслө. Ул үҙ теләге менән махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙә хеҙмәт итәсәк. Бүрек, ҡайыш, эске һәм өҫкө кейем – был егеттәрҙең көндәлектә кейә торған тәүге хәрби формаһы. Республиканың йыйылыу пунктында призывниктар тулыһынса тиерлек кәрәк яраҡтар менән тәьмин ителә. “Нессесор” тип аталған шәхси гигиена предметтары йыйылмаһы, эш хаҡы күсерелгән карта ла тапшырыла. Фото һәм бармаҡ эҙҙәре, исем шәрифтәре, сәләмәтлеге, ҡайҙа хеҙмәт итә, ниндәй һөҙөмтәләр күрһәтә - һалдат тураһында бөтә мәғлүмәт хәҙер электрон картала туплана. Республика йыйылыу пунктында призывниктар өс көн үткәрә. Был ваҡыт эсендә улар яйлап армия режимына күсә. Рәсәйҙең Хәрби Ҡораллы көстәренә хәрби хеҙмәткәрҙе оҙатыу айҡанлы тантаналы митинг үтте. Хәрби хәҙмәткә саҡырылыусы тәүге егеттәрҙән ҡоро ер ғәскәре, хәрби-йыһан көстәре һәм махсус тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә взводтар тупланды. Республиканың йыйылыу пунктына призывниктар көн һайын килә. Был 130-ҙан ашыу егет Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре, Ҡаҙағстан һәм Бүрәт республикаларындағы хәрби частарға оҙатыла. Дөфөм алғанда, быйылғы көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан 6 мең һалдат Рәсәй армияһы сафтарын тулыландырасаҡ.