Аяҡһыҙ булһа ла, ул үҙ көсөнә ышанысын юғалтмай.
Уҙған йылда Омскиҙа казарма емерелеп, 24 десантсы һәләк булды. Фәжиғәлә Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиев иҫән ҡалды, әммә, ул ауыр йәрәхәттәр алды. Йәш егет тормош ауырлыҡтарына бирешмәй һәм үҙ тормошон спорт менән бәйләй. Хәҙер следж-хоккей менән шөгөлләнеүсе егет 2022 йылда үтәсәк Паралимпия уйындарында ҡатнашырға әҙерләнә. Фәжиғәнән һуң Рөстәм Нәбиев тормошон спорт менән бәйләй һәм следж-хоккей менән шөғөлләнә башлай. Хәҙер ул Мәскәү өлкәһенең Феникс командаһы составында. Казарма емерелгәндә Рөстәм тәҙрә төбөндә була. Шуға күрә ул иҫән ҡала. Ә ҡалған һалдаттарҙың карауаттарын бетон плиталар баҫа. Десантсы ауыр йәхәрәхәттәр ала һәм бер нисә сәғәт харабалар аҫтында ята. Егеттең ике тапҡыр йөрәге туҡтай. Атаһы үтенесе буйынса һалдатты Мәскәүгә оҙаталар. Ул 16 операция үткәргәндән һуң яңынан йәшәргә өйрәнә. 2015 йыл ғаилә өсөн ауыр бирелә. Шулай ҙа, ил, республика һәм ябай кешеләрҙең ярҙамы менән Рөстәм һәм уның ата-әсәһе уларҙы еңеп сығырға өлгәшә. Дауаханала ятҡанда уҡ йәш егетте следж-хоккей командаһына саҡыралар. Тәүҙә ул Өфөлә шөғөлләнеп ҡарай. Һуңынан Мәскәү өлкәһе командаһы менән килешеү төҙөй. Сөнки, Феникс клубы бөгөн Рәсәй чемпионы исемен йөрөтә. Әлегә следж-хоккейсы күнекмәләрҙә ҡулын йәрәхәтләү сәбәпле рәсми бер уйын да үткәрмәгән. Шулай ҙа, беренселектең икенсе этабында мотлаҡ ҡатнашасаҡмын, тип белдерә. Феникс командаһында Башҡортостандан ике кеше уйнай. Рөстәм әле иптәше менән интернет селтәрендә аралаша. Тиҙҙән, улар бергәләп яңынан күнекмәләргә юлланасаҡ. Нәбиевтар улының башланғыстарын хуплап ҡына тора. Ғаилә башлығы билдәләүенсә, уларҙың нәҫеле һәр ваҡыт ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашыра. Рөстәм дә бала сағынан ныҡышмал булып үҫкән. Башҡортостанға ҡайтһа Рөстәм Нәбиев тыуған яғында яңы уңыштарға ирешер өсөн көс туплай. Омскиҙағы фәжиғәнән һуң Нәбиевтар ғаиләһе йорттарын яңынан төҙөкләндерә. Өйҙә спорт залы, мунса һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылған. Яңы солан да эшләнә. Бында Рөстәмгә инеп-сығып йөрөр өсөн пандус йыһазландырыла. Мәскәүгә күнекмәләргә һәм ярыштарға йөрөр өсөн Рөстәмгә ата-әсәһе автомобиль бүләк иткән. Саҡмағошта булғанда ул машинаһына ултырып, дуҫтары менән осраша һәм класташтары менән аралаша.