Өфөлә йәшәүселәр ошо көндәрҙә Орион йондоҙлоғонда метеор ағымын күҙәтә ала.
Йондоҙ атылыу әүҙемлеге бөгөнгә тура килә. Өфө планетарийынан хәбәр итеүҙәренсә, метеор ағымын ҡаланан ситтә күҙәтеү күпкә отошло буласаҡ. Синоптиктар бөгөн төнөн аяҙ буласаҡ, тип хәбәр итә.