Водителдәрҙе юлдар буйлап хәҙер «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының легендар алып барыусыһы Флүрә Мурзинаның тауышы оҙатып бара. Билдәле сервиста бындай уңайлыҡты нисек көйләргә кәрәклеген Сәлимә Исламова белә.Флүрә Мурзинаның тормош иптәшенә машинаһында хәҙер ике юл күрһәтеүсене лә тыңларға тура килә. Флүрә Мурзина менән бергә юлдарҙа һеҙҙе тағы бер Башҡортостан егете- Томас Мраздың тауышы ла оҙатып бара. Рус телендә рэпер үҙенең шәхсән тексы менән тауышландырған. Шаяртып, «эш көндәрендә генә уҙышабыҙ, бында –камера», тип иҫкәртә.Рус телендә төрлө билдәле кешеләрҙең тауышын һайларға мөмкин. Ә башҡорт телендә әлегә берәү генә. «Эфирҙа осрашҡанға тиклем!» Маршрут аҙағында Флүрә Мурзинаның ошо билдәле фразаһы яңғырай. Хәйерле иртә, Республика тапшырыуының алып барыусыһы Альбина Зәйнетдинова хәҙер эштә генә түгел, Башҡортостан юлдары буйлап хеҙмәттәшенең яғымлы, күптәнге таныш тауышын, кәңәштәрен тыңлап бара. Руссо туристо проекты авторы һәм алып барыусыһы Рөстәм Ғәббәсовтың юл күрһәтеү сервисында ла башҡор телевидениеһы легендаһының тауышы яңғырай. Проектты эшләүселәрҙең киләһе маршрутын да тап Флүрә Мурзина оҙата барыр әле. Телефонығыҙҙағы навигаторға башҡорт телендә Ф.Мурзинаның тауышын ҡуйырға теләһәгеҙ ябай ғына шарттарҙы үтәргә кәрәк. Ҡушымтаны асабыҙ, көйләмәгә инәбеҙ, Бында – «тауыш һәм хәбәр итеү» бүлеген табабыҙ, артабан тел һәм аннотацияларҙа башҡорт телен һайлайбыҙ.
Яндекс-карта ҡушымтаһындағы навигаторҙа башҡорт теле яңғырай
Яндекс-карта ҡушымтаһындағы навигаторҙа башҡорт теле яңғырай