Андрей Кончаловский Өфөлә

Андрей Кончаловский Өфөлә

Башҡорт Опера һәм Балет театрында күренекле режиссер, сценарист, яҙыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Андрей Кончаловскийҙың ижад кисәһе үтте. Режиссер уйланыуҙары, хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы. Тамашасылар билдәле режиссерҙы ҡул сабып ҡаршы ала. Андрей Кончаловский Өфөлә икенсе тапҡыр. Алты йәшендә уға әсәһе менән Өфөгә күсеп килергә тура килә. Шуға ла билдәле режиссерҙың ҡала менән бәйле хәтирәләре юҡ. Әммә “Волга-Волга” фильмының ҙур афишаһын хәтерләйем, ти. Ниһәйәт 80 йыл үткәс, Андрей Кончаловский йәнә Өфөлә.Режиссер Өфө тамашасыһына кино сәнғәте, үҙенең был өлкәләге эштәре хаҡында һөйләне. Тамашасыға киң билдәле фильмдарының тарихы һәм актерҙар менән эшләү сере менән бүлеште. Байтаҡ йылдар сит илдә эшләгән режиссер, Рәсәйҙә һәм Голливудтағы кино сәнғәтенең айырмаһы хаҡында ла әйтте.Кисәгә килеүселәр режиссер менән күрешеп, уға һорауҙар бирҙе. Андрей Кончаловскийҙың Башҡортостанға килеүенең төп сәбәбе, әлбиттә, Башҡорт дәүләт Опера һәм Балет театрында «Борис Годунов» спектаклен сәхнәләштереү. Шул сәбәптән театрҙа матбуғат конференцияһы ла үтте. Андрей Кончаловскийҙың был спектакле 2010 йылда Туринда ҙуо алҡыштарға күмелә. Башҡортостанда операны ҡуйыу өсөн режиссер етәкселегендә тәжрибәле белгестәр киләсәк. Яңы премьераға әҙерлек йәй башлана.