Яңы быуын двигателдәр

Яңы быуын двигателдәр

Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимдары осоусы аппараттар өсөн яңы быуын двигателдәр уйлап тапҡан. Эш «Өҫтөнлөк-2023» федераль программаһы сиктәрендә алып барыла. Әлегә бындай двигателдәр илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ, ти инженерҙар. Киләсәктә заманса ҡоролма кесе авиация өсөн сит илдән килтерелгән двигателдәрҙе алыштырасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт Сәлимә Исламова әҙерләгән репортажда.Өфө университетының йәш ғалимдары яңы асыштары менән йәнә ҡыуандыра. Улар осоу аппараттары өсөн камиллаштырылған двигатель тәҡдим итә. Әле инженерҙар ҡоролманы һынау менән шөғөлләнә.Беҙҙең двигателдәр ҡеүәтлерәк, яғыулыҡты ла күп сарыф итмәй, ти ғалимдар. Ә шулай ҙа төп һәм мөһим маҡсатҡа: ҡоролманы авиация кәрәсинендә эшләтеүгә ирешкән улар.Барлыҡ асыштар башта компьютерҙа яһала. Самолет двигателдәре менән дә шулай. Өҫтәл артында уның цифралы моделен инженер хатта 5 минутта эшләй ала. Ә ғәмәлдә бер йыллыҡ хеҙмәт булыуы ихтимал. Программа Өфө авиация университеты белгестәре тарафынан 30 йыл элек яһалған. Йәш ғалимдар уны камиллаштыра бара. Бындай система илдә берәү генә, сит ил программаларынан бер ҙә ҡалышмай. Ябай күҙгә был мониторҙағы цифралар һәм төрлө тамғалар. Ә инженер двигателдең эсендәге бөтә параметрҙарҙы күрә. Шул иҫәптә яғыулыҡтың эшләүең дә.Йәш белгестәр ҡоролманы һынау менән мәшғүл. Ниндәй двигатель булмаһын осоусы аппаратҡа ҡуйғанға тиклем ул кәмендә 100 сәғәт һынау үтергә тейеш. Йыш ҡына авиация двигателдәре ярыш автомобилдәрендә ҡулланыла. Заманса ҡоролманы эшләү «Аэрокосмос технологиялары юғары инженерҙар мәктәбе» стратегик проекты һәм «Өҫтөнлөк-2023» федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.Башҡортостан иженерҙарының авиация өсөн уйлап тапҡан поршнле двигателе ҙур самолеттарға ,әлбиттә, бармай. Ә бына сит илдән кесе авиация өсөн килтерелгән двигателде беҙҙекеләр һис шикһеҙ алыштырасаҡ.