21 быуатта Өфө уртаһында утын яғып йәшәйҙәр

21 быуатта Өфө уртаһында утын яғып йәшәйҙәр

Баш ҡаланың Карл Маркс урамындағы ике ҡатлы йортҡа газ һәм һыу үтмәгән, душ юҡ, башҡа уңайлыҡтар ҙа тышта урынлашҡан. Бынан тыш, 1901 йылда төҙөлгән өй емерелеп бара, ә хужалары бер-нимә эшләй алмай. Сөнки, 2017 йылда торлаҡ мәҙәни мираҫ объекты тип танылған. Тулыраҡ Закир Шәрипов репортажы. 85 йәшен ҡыуалаған Тамара Левицкаяға текә баҫҡыстан күтәрелеүе еңелдән бирелмәй. Ул күптән инде ҡыйшайған һәм хәүеф тыуҙыра. Ә йөк менән күтәрелеүе бигерәк ҡурҡыныс. Әммә, ни хәл итәһең, һалҡындар төштө, фатирҙы йылытыр кәрәк. Ҡойма ямғыр ваҡытында йортта йәшәүселәргә бүлмәләре һәм соландары буйлап йүгереп йөрөргә тура килә.Көслө ямғыр ваҡытында түбәнән һыу аға. Фатир хужалары ҡыйығын бер-нисә тапҡыр алмаштырып ҡараған, әммә ярҙам итмәгән. Кешеләргә иҙәнгә биҙрә, кастрюль һәм туҫтаҡтар ултыртырға тура килә. Күршелә 10 йәшлек балаһы менән яңғыҙ ҡатын йәшәй. Уның да соланында хәл яҡшыларҙан түгел. Газ һәм һыу үтмәгән, душ юҡ, электр сымдары иҫкергән, башҡа уңайлыҡтар урамда. Ҙур машиналар һәм автобустар үтһә, йорт һелкенеп тора. Йорт диуарынан ел өрә, иҙәндәр һыуыҡ. 120 йыл самаһы элек төҙөлгән өй бер ҡайҙа ла рәсми теркәлмәгән, ә бына электр, булмаған һыу һәм газ өсөн түләүҙәр, мөлкәт өсөн һалым даими килеп тора.Быға тиклем Степиндарға булмаған һыу һәм газ өсөн квитанция килгән. Яңғыҙ бала тәрбиәләгән ҡатын судлашып, һыу һәм газ булмағанын раҫлаған. Хәҙер ул күрһәтелмәгән хеҙмәттәр өсөн түләмәй. Ә бына башҡаларына түләргә тура килә.Ҡыштарын 30-40 градуслыҡ һыуыҡтарҙа иҙәндә ултырған һыу туңған. Сөнки, мейес боҙолған, ә электр йылытҡыстар ярҙам итмәй. Өй иҫке булыу сәбәпле эсенә газ үткәрергә ярамай икән. Сатлама һыуыҡтарҙа ҡотҡарыусыларҙы саҡырғандар. Ғаилә бер-нисә көн халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәгендә лә йоҡлап сыҡҡан. Бында йәшәүселәр төрлө министрлыҡ-ведомстволарға, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп ҡараған. Әммә “Бюрократик машина эшләй, еңел генә яуаптар менән туйындыралар һәм бер-береһенә ебәреп тик ултыралар”, — ти фатир хужалары. Ҡала хакимиәтенән иһә йорт шәхси, шуға уны авариялы тип танып, милекселәрен күсереп булмай, тип белдерәләр. Бының өсөн үҙ аҡсаларына экспертиза эшләргә кәрәк.Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығынан белдереүҙәренсә, быйыл 1 сентябрҙән торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индерелгән. Уға ярашлы, мәҙәни мираҫ объекты тип танылған торлаҡты унда йәшәүселәр үҙҙәре экспертизаһыҙ ремонтлай ала. Быға тиклем төҙөкләндереүгә тик махсус ойошмалар йәлеп ителә ине. Фатир хужалары ошондай ҡапҡанға эләккән. Уларҙың экспертиза эшләргә лә хәленән килмәй. Бында 8 кеше йәшәй, шул иҫәптән өс бала һәм пенсионерҙар. Йорт милекселәре уларҙың проблемаһын юғары даирәләрҙә ишетеп, мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тип ышана.