Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналасаҡ.Проект етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова хәбәр итеүенсә, был юлы улкүренекле дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә «Йөрәк һүҙе. Ил ағаһы Мортаза» тип атала. Ҡатнашырға теләүселәр башҡортса шиғыр ятлап, видеояҙманы 20 декабргә тиклем проекттың рәсми төркөмөнә ебәрергә тейеш. Финал 2024 йылдың февралендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында була.
Мортаза Рәхимов тураһында йөрәк һүҙе
Мортаза Рәхимов тураһында йөрәк һүҙе