Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш дауам итә.
Тәүге 100-ҙән ашыу егет Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре, Ҡаҙағстан һәм Бүрәт республикаларындағы хәрби частарға оҙатылды. Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостандан 6 мең һалдат Рәсәй армияһы сафтарын тулыландыра. Республиканың йыйылыу пунктында призывниктар тулыһынса тиерлек кәрәк яраҡтар менән тәьмин ителә. “Нессесор” тип аталған шәхси гигиена предметтары йыйылмаһы, эш хаҡы күсерелгән карта ла тапшырыла. Хәәбрсе. Фото һәм бармаҡ эҙҙәре, исем шәрифтәре, сәләмәтлеге, ҡайҙа хеҙмәт итә, ниндәй һөҙөмтәләр күрһәтә - һалдат тураһында бөтә мәғлүмәт хәҙер электрон картала туплана. Республика йыйылыу пунктында призывниктар өс көн үткәрә. Был ваҡыт эсендә улар яйлап армия режимына күсә.