Бөгөн юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы “Һаҡ булығыҙ-балалар” операцияһын башланы.
Инспекторҙан 11 ноябргә тиклем машиналарҙы туҡтатып ата-әсәләрҙең машинала балаларын нисек йөрөтөүен тикшерәсәк. Сөнки йыл башынан ғына аварияларҙа 131 сабый төрлө йәрәхәттәр алған. Полиция хеҙмәткәрҙәре бәләкәй пассажирҙарҙы махсус креслоларҙа йөрөтөргә, ә йәйәүлеләргә ҡараңғыла яна торған махсус стикерҙар элергә саҡыра.