Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан берлеге ағзалары Луганск өлкәһе Петровское ҡалаһынан ҡайтты.
Легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов ерләнгән урында яҡташтарыбыҙ „Һуғыш көйҙөргән хат юлдары фестивале шаңдауы„ тип аталған хәрби йыр конкурсында ҡатнашты. Ветерандар ойошмаһының рәйесе Тимерйән Рәжәпов белдереүенсә, быйыл Башҡортостанда бишенсе тапҡыр уңышлы үткән хәрби йыр фестивален Луганск өлкәһе вәкилдәре лә хуплап сыға. Һуғыш шарттарында ошондай саралар илһөйәрлек тойғоһон нығыта, кешеләргә шатлыҡ бүләк итә, ти яҡташтарыбыҙ. Луганск халыҡ республикаһы етәкселе Башҡортостан башлығы исеменә рәхмәт хатын юллап ватандаштарыбыҙға хөрмәтен күрһәтте.