Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Ғыйраҡ армияһы Мосулдан 30 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Харара һәм Сафийра ауылдарын террорсыларҙан ҡотҡарҙы. Урындағы халыҡ хәрбиҙәрҙе алҡышлап ҡаршы алды.

Рәсәй иғлан иткән гуманитар тәнәфестән һуң бер сәғәт үткәс террорсылар тыныс халыҡҡа ҡарап ут асҡан. Сүриә хәрбиҙәре халыҡты, яралыларҙы эвакуациялау өсөн барлыҡ сараларҙы күргән. Әммә “Ан-Нусра фронты” террорсылары гуманитар коридорҙар буйынса тыныс халыҡтың сығыуына төрлөсә ҡамасаулай.

Германиян сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер Сүриәнең Алеппо ҡалаһындағы хәл сәбәпле Рәсәйгә ҡарата санкциялар индереүгә ҡаршы булыуын белдерҙе. Санкциялар гуманитар һәләкәтте ҡатмарлаштыра ғына, тигән ул. Брюсселдәге саммитта Европа лидерҙары ла яңы сикләүҙәр буйынса ҡарар ҡабул итмәне.

Польшала ҡатын-ҡыҙҙар ҡаршылыҡ акцияһына сыҡҡан. Улар парламент алдына килеп аборттарҙы тыйыуға ҡаршы булыуҙарын белдергән. Урам акциялары бөгөн дә дауам итә. Ошо сәбәпле ҡатын-ҡыҙҙар эшкә сыҡмаған.