Өфө “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кинофестивалде үткәрергә әҙерләнә.
Һайлап алыу комиссияһына 20 илдән, Рәсәйҙең 30 төбәгенән 268 фильм тапшырылған. Конкурс программаһына ни бары 24 фильм ғына үткән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, “Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивале милли һәм этник фильмдарға бағышланған. Ундағы кинотаҫмалар һәр милләттең мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын асыҡ сағылдырырға тейеш.