Башҡортостанда тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале үтте.
Өфөгә донъяның төрлө тарафтарынан 60-тан ашыу һүҙ оҫтаһы йыйылды. Республика башлығы грантына уҙғарылған мәҙәни сара 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек этаптарының береһе булып тора. Сибай ҡалаһынан килгән Мираҫ Үҙәнбаев “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы менән республикала тәүге тапҡыр үткәрелгән Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнаша. Йәш сәсәндең был сығышы ла тәүге. Алтай, Ҡаҙағстан, Тыва, Саха (Яҡут), Хакас, Ҡалмыҡ, Ҡырғыҙстан, Ырымбур – фестивалгә донъяның төрлө тарафтарынан 60-тан ашыу ҡатнашыусы килгән. Бәйгеселәр төрлө телдә һөйләшһәләр ҙә, сығыштарында оҡшаш һүҙҙәр, һыҙҙаттар тапты. Бигерәк тә төрки халыҡтарҙың әҫәрҙәре бер-береһенең аңлашылып тора. Беҙҙең республика исеменән Өфө, Ишембай, Сибай ҡалалары, Бөрйән, Салауат, Әбйәлил һәм башҡа райондарҙан килгән бәйгеселәр сығыш яһаны. Сәсәне бар халыҡ йәшәр, тиҙәр. Был йәһәттән фестиваль сәсәнлекте тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур роль уйнай. Борондан сәсәндәр халыҡ тормошонда мөһим урын алып торған. Шуға ла сәсән ул һуҙ оҫтаһы ғына түгел. Сәсәндәр фестивале Республика башлығы грантына уҙғарыла. Конкурстан тыш, бөгөн башҡала буйлап сәйәхәт, «Урал батыр саҡырыуы буйынса» темаһына түңәрәк өҫтәл үтә. Башҡорт эпостары темаһына һүрәттәр күргәҙмәһе, “Урал батыр” эпосы персонаждарының кейеҙҙән тегелгән костюмдар коллекцияһын күрһәтеү ҡаралған. Шулай уҡ, ғалимдар ҡатнашлығында әйтеш өсөн «Асыҡ тирмә» майҙансығы эшләп килә. Кискеһен Милли йәштәр театрында үтәсәк гала-концертта конкурстың еңеүсеһен — “Халыҡ сәсәне” исемен ялаусы бәйгесене билдәләйәсәктәр.