Наркотиктар һатыусы енәйәтсел төркөмгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Тулыраҡ: Наркотиктар һатыусы енәйәтсел төркөмгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Наркотиктар һатыусы енәйәтсел төркөмгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Республиканың Юғары суды Октябрьский ҡалаһынан наркотиктар һатыусы енәйәтсел төркөмгә ҡарата хөкөм ҡарарын иғлан итте. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәр гашиш, каннабис һәм героин һатыуҙы ойоштора. Улар ағастан төрлө әйберҙәр эшләү өсөн яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөй, подвалдағы бер бүлмәне ҡуртымға ала. Төркөмдә бер кеше һатып алыусыларҙы эҙләгән, тауарҙың хаҡы һәм күләме тураһында һөйләшкән. Икенсеһе тилерткес матдәләрҙе һаҡлаған, өсөнсөһө уларҙы һатҡан.