Францияла мигранттар йәшәгән Кале ҡаласығын емереү алдынан полиция менән ҡасаҡтар араһында бәрелештәр башланған. Палатка лагерында көн итеүселәр хоҡуҡ яҡлаусыларға таштар бәрә башлаған, яуап итеп уларға ҡаршы күҙҙән йәш сығарыусы газ һибелгән.
Европалағы биш ил Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы оҙайтыу тураһындағы ҡарарға ҡушылды. Был документ 15 сентябрь Брюсселдә ҡабул ителгәйне. Сикләүҙәр тәү сиратта граждандарға һәм предприятиелар, ойошмаларға ҡағыла.
Йөк ташыусы Сигнус корабле халыҡ-ара космос станцияһына тоташҡан. Ул ике тонна йөк, шул иҫәптән һыу, аҙыҡ-түлек фәнни ҡорамалдар килтергән. Бынан тыш, Сигнус Ерҙә һауа торошон күҙәтеү өсөн бәләкәй юлдаштар ҙа алып килгән.