Радий Хәбиров муниципалитеттарға шыршы ҡаласыҡтарын ҡороу мәлен үҙ-аллы билдәләп уларҙы бер үк көндө асырға йөкләмә бирҙе. Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралған ошо һәм башҡа мөһим мәсьләләргә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева байҡау яһаны.Республикала үткән аҙналағы тарихи ваҡиғаларға байҡау яһап Радий Хәбиров Хөкүмәт башлығы етәкселегендәге рәсми делегацияның Шанхай һәм Няньчан ҡалаларына эш сәфәре һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Башҡортостан Ҡытайға төп тышҡы иҡтисади партнер булараҡ ҡарай, — тине төбәк етәксеһе. Сәбәбе ябай – бөгөнгә 112 дәүләт менән хеҙмәттәшлек иткән Башҡортостандың сит ил сауҙа әйләнешендә Ҡытайҙың өлөшө – 25 процент. “Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ.” Башҡортостанда хеҙмәт иткән журналистар өсөн яңы премияны танытып Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сара хеҙмәткәрҙәре премия сиктәрендә үҙ йүнәлешен табыр, тип белдерҙе.Оператив хеҙмәттәрҙең мәғлүмәттәре араһында Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковскаяның фатирҙарҙы йылытыуға ҡағылышлы мөрәжәттәрҙең кәмеүе тураһындағы мәғлүмәте һөйөндөрҙө. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Авзалов республикала үҙ эшен яйға һалған йәштәргә ярҙам саралары тураһында белдереү яһаны. Был йүнәлешкә федераль аҡса бүлеү күрһәткесе буйынса Башҡортостан илдә алдынғылар рәтендә. Үткән йылда 132, быйыл 205 миллион һумдан ашыу суммаға өҫтәп республика үҙ сығанаҡтарынан йәш йүнселдәр үҫешенә аҡса йүнәлткән. Гранттарҙың күләме 100 меңдән 500 меңгә тиклем. Аҡсалата ярҙамдан тыш эшҡыуарҙарҙың был категорияһы бушлай бизнес нигеҙҙәррен өйрәнә, ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт ала. Бизнес үҫтереү маҡсатына гранттар 14 йәшлек үҫмерҙәргә лә тәҡдим ителә. Улар ата-әсәһе менән ғаилә бизнесы ойоштора ала. Республикала Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән мәшғүллек буйынса модуль үҙәктәре ҡороласаҡ. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Төбәк министрлығы үҙе ошо инициатива менән сығыш яһаған. Һөҙөмтәлә төҙөлөш яртылаш федераль аҡсаға барасаҡ, тәүге модулле үҙәктәрҙе Дыуан районы менән Сибайҙа асыу көтөлә. Төбәктә эшселәр мәсьәләһе бөгөн йәнә бер уңышлы эшләгән предприятие өсөн киҫкен. Кран-манипулятор ҡоролмалары етештереүсе ИНМАН йәмғиәте етәксеһе республика башлығына машиналар төҙөү тармағы өсөн белгес әҙерләгән урта-һөнәри уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыуҙы үтенеп мөрәжәт итте. Радий Хәбиров ошо уңайҙан Мәғариф һәм фән министрлығына йөкләмә бирҙе. Финанс министрлығына Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген асыҡларға ҡушты. Мәғариф һәм фән менән мәҙәниәт министрлыҡтары иһә киләһе дүшәмбегә яңы йыл байрамына әҙерлек планын төҙөү йөкләмәһен алды.
Яңы йылға әҙерләнә башларға кәрәк
Яңы йылға әҙерләнә башларға кәрәк