Башҡортостан властары алтынды законһыҙ йыуыусы сираттағы компанияны фаш итте. Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған Файҙалыҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия Учалы районында 15 йыллап намыҫһыҙ эшмәкәрлек алып барған “Альтинвест” һәм уның подрядсыһы “Гасадд” ойошмалары эшмәкәрлеген туҡтатыуға өлгәште. 2021 йылда уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙһыҡһына башлағас та һары алтындың “ҡара бысрағы” өҫкә ҡалҡып сыға. Бер йылдан лицензия тартып алына. Былтыр көҙ уларға ҡарата Енәйәт эше ҡуҙғатыла, быйыл февраль айында Учалы район судының рекультивация тураһындағы ҡарары ғәмәлгә инә. Ғәзиз Лоҡманов репортажы.Күптән башларға кәрәк ине... рекультивация эштәрен. Тик уның урынына Ураҙ ауылы эргәһендәге ерҙә әле булһа алтын йыулар булһа кәрәк. Шулаймы юҡмы тигән һорауға яуап ҡыҫҡа...Яуапһыҙ ҙа аңлашыла, суд ҡарары буйынса йыл башында уҡ Ураҙ ауылы эргәһендәге вәхшиҙәрсә аҡтарылған ерҙәрҙе тергеҙеп уны йәшелләндереү эштәре башланырға тейеш була. Ғәмәлдә һаман да экскаватор эшләй, алтын йыуыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар үҙ урынында.2007 йылда “Альтинвест” компанияһы Учалы районында ике участкала алтын ятҡылығын тикшереүгә лицензия ала. Уның подрядсы ойошмаһы Гассад компанияһы алтын ятҡылыҡтары урынлашҡан ер биләмәһен сәнәғәт тәғәйенләнешенә күсермәйенсә файҙаланған. Участканы ҡуртымға алыу килешеүе төҙөлмәгән. Ҡалдыҡтар тейешенсә эшкәртелмәгән. Һөҙөмтәлә дәүләткә 28 млрд ярым һумдан ашыу зыян килгән. Файҙалыҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия ултырышнда был һорау айырым ҡаралды.Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен инҡар итеп улар оҙаҡ йылдар үҙ кеҫәһен ҡалынайтҡан Альтинвест һәм Гасадд компаниялары бөгөн яуаплылыҡтан ҡасыу юлын эҙләүе лә сер түгел. Ведомство-ара комиссия ултырышында Учалы районы буйынса ҡаҙылма байлыҡтарға бәйле хәл айырым ҡаралды. Сөнки 70-тән ашыу федераль лицензияның, 50-нән күберәге тап ошо территорияла. Улар араһында ла намыҫһыҙ эш итеүселәр етерлек. Башҡортостан ер аҫты байлыҡтары менән вәхшиҙәрсә файҙаланып та яуаплылыҡтан ҡасырға маташыусыларҙы ҡармаҡҡа алыр өсөн муниципаль, республика һәм федераль органдарҙың ойошҡанлы һәм килешеп эшләүе шарт. Ултырышта берлектәге оператив бригада булдырырға өарар ителде.Экология мәсьәләләре Башҡортостан өсөн ят күренеш түгел, шуға ла Радий Хәбиров етәкселегендәге ведомство-ара комиссия закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү эшен көсәйтә һәм камиллаштыра ғына барасаҡ. Маҡсат ер аҫты байлыҡтары менән намыҫһыҙ файҙаланыуҙарҙы бөтөрөү, ғәйеплелергә лайыҡлы яза сараларын табыу. Был тәңгәлдә закондарҙы камиллаштырыу ҙа беренсел бурыс итеп билдәләнгән.
Алтынды законһыҙ йыуыусы сираттағы компания фаш ителде
Алтынды законһыҙ йыуыусы сираттағы компания фаш ителде






