Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театраның “Шаляпин” залында «Олег Хановтың тормош һәм ижад юлына арналған “Мин һайлаған яҙмыш” китабының исем туйы үтте. Китаптың авторы – доцент, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө Дәүләт сәнғәт институтының теория һәм тарих кафедраһы мөдире Айһылыу Сәғитова. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова .Китапты тамашасы хөкөмөнә сығарыу алдынан автор һәм төп герой тулҡынланыу менән уны тағы ла бер тапҡыр ҡарап сыға. Спектакль алдынан рольды ҡабатлаған кеүек, билдәле актер китап биттәренә күҙ йөрөтөп сыға. Талантлы актер, режиссер, атай, дуҫ исем туйында төп рольде башҡара.Залға бер-бер артлы билдәле актерҙар, Олег Закир улының коллегалары, уҡыусылары, дуҫтары һәм яҡындары йыйыла. Исем туйына килгән һәр кемде ул ҡул йәйеп ҡаршы ала.Китаптың исем туйының Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө Дәүләт сәнғәт институты асылыуға 55 йыл тулыу менән тап килеүе бик тә әһәмиәтле. Олег Ханов институттың театрт факультетының беренсе сығарылыш студенты.Кисәлә Олег Ханов тураһында бик күп матур һүҙҙәр, уға бәйле хәтирәләр, изге теләктәр яңғраны. Китапта уның бала сағынан, бөгөнгө көнгә тиклем уй кисерештәре, ата-әсәһе, биографияһындағы төп этаптар, спектакльдар, театрҙар, ҡыҙыҡлы тарихтар хаҡында яҙылған. Китап авторы Олег Закир улы хаҡында яҙғанда йәш уҡыусыны күҙ алдыма килтереп яҙҙым ти, шуға күрә китап йәш уҡыусыларға ла, өлкәндәргә лә фәһемле булыр, тип ышана ул. Билдәле актер, режиссер «Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш» китабы тиҙҙән һатыуға сығарыла.
Мин һайлаған яҙмыш
Мин һайлаған яҙмыш