Республикала ОСАГО полистарына бәйле хәл тотороҡланды. Әммә хәлдең кире ҡабатланыуы ла ихтимал. Быға бөгөн парламент депутаттары ла инанды. Халыҡ вәкилдәре берҙәм агент системаһы эшенең һөҙөмтәлелеген Өфөләге офистарҙың береһенә барып тикшерҙе. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов әле беҙҙең студия менән тура бәйләнештә. Ғәзиз ни өсөн ОСАГО бәләһе ҡабатланыуы ихтимал, был хәлә ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?