Башҡортостан Вьетнам менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Тулыраҡ: Башҡортостан Вьетнам менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Башҡортостан Вьетнам менән хеҙмәттәшлекте нығыта. Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа был ил вәкилдәре ике арала хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә сығарыу тураһында һөйләште.

Тәү сиратта ике ил предприятиелары араһында туранан-тура бәйләнештәр булдырыу кәрәклеге билдәләнде. Вьетнам делегацияһы ошо маҡсатта бер-нисә предприятие эшмәкәрлеге менән яҡындан танышасаҡ. Тиҙҙән Башҡортостан делегацияһының да Вьетнамға яуап сәфәре көтөлә.