2020-се йылда Өфөлә үтәсәк фольклориада Рәсәйҙең сиктәрен ҡаплау мөмкин түгеллеген күрһәтә

Тулыраҡ: 2020-се йылда Өфөлә үтәсәк фольклориада Рәсәйҙең сиктәрен ҡаплау мөмкин түгеллеген күрһәтә

2020-се йылда Өфөлә үтәсәк фольклориада Рәсәйҙең сиктәрен ҡаплау мөмкин түгеллеген күрһәтә. Был турала Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский белдерҙе.

Был ҡарарҙың беҙҙең илгә ҡаршы алып барылған санкциялар сәйәсәтенә ҡарамаҫтан ҡабул ителеүе, айырыуса, мөһим. Мәҙәниәттең иң яҡшы илсе икәнен беҙ тағыла бер тапҡыр күрәбеҙ.Өфөлә 2020-се йылда Бөтә донъя Фольклориада фестивален үткәреү тураһындағы ҡарар Перу ҡалаһында ЮНЕСКО-ның фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт Халыҡ-ара советы Бөтә донъя Ассамблеяһында ҡабул ителде. Бөтә донъя Фольклориадаһы һәр дүрт йыл һайын үткәрелә. Тәүге тапҡыр уны 1996 йылда Голландияла ойошторҙолар. 2016-сы йылғы Фольклориаданы Мексика ҡабул итте. Ойошмаға барыһы планетаның 111 иле индерелгән. Сара асылғас, төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар республика буйлап тараласаҡ, барлыҡ ҡалаларҙа, муниципалитеттарҙа фестиваль үтәсәк.