Илдә тәрбиә стратегияһының нигеҙле йөкмәткеһе юҡ

Тулыраҡ: Илдә тәрбиә стратегияһының нигеҙле йөкмәткеһе юҡ

Илдә тәрбиә стратегияһының нигеҙле йөкмәткеһе юҡ. Рухи-әхләҡи ҡағиҙәләрҙе аңлатыу, гражданлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү, хеҙмәткә һөйөү һәм һөнәр һайлау, тәрбиә ҡанундарын мәктәптәрҙә өйрәтеү һәм ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү бурыстарын бер стандартҡа килтереү бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.

Бөгөн Өфөлә асылған Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәлә тәрбиә нигеҙе йөкмәткеһен этномәҙәниәт һәм милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып төҙөү зарурлығына баҫым яһалды. Ил төбәктәренән йыйылған мәғариф өлкәһе белгестәре фекеренсә, белем биреүҙең федераль дәүләт стандарттарына ярашлы тәрбиә нигеҙҙәре һәр төбәк өсөн берҙәм булырға тейеш.