Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы машиналары барып етә алмаған адрестар арта

Тулыраҡ: Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы машиналары барып етә алмаған адрестар арта

Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы машиналары барып етә алмаған адрестар арта. Быға йорттар араһында ҡуйылған шлагбаумдар, тимер ҡапҡалар, цемент блоктар сәбәпсе. Юлда ла саҡырыуға ашыҡҡан махсус машиналарға башҡа автомобилдәр ҡамасаулай, улар ҡатнашлығында авариялар ҙа йышая, ти медицина хеҙмәткәрҙәре. Ысынлап та, баш ҡала халҡы ярҙамға мохтаж булған кеше яҙмышына битарафмы? Беҙҙең ижади төркөм тиҙ ярҙам бригадаһы менән бергә саҡырыуға сыҡты.

Тиҙ ярҙам машиналары менән авариялар артҡандан-арта бара. Интернетты асыу менән ошондай юл-транспорт фажиғәләренең видеояҙмаларына юлығаһың.

Кисә генә Новосибирск өлкәһендә ике йөк, ике еңел автомобиль һәм тиҙ ярҙам машинаһы ҡатнашлығында ҡот осҡос авария теркәлгән. Ҡаты бәрелештән медицина машинаһы тулыһынса емерелеп, өлөштәргә бүлгеләнгән, уның водителе һәм пациент шунда уҡ йән биргән.

Октябрь башында ғына Силәбелә булған юл-транспорт фажиғәһе бөтә илде шаҡ ҡатырҙы. Иҫерек водитель арҡаһында тиҙ ярҙам машинаһы аварияға эләгә. Дауаханаға алып китеп барған ун айлыҡ сабый һәм ике медицина хеҙмәткәре урында уҡ һәләк була. Малайҙың әсәһе лә ауыр йәрәхәттәр алған.

Владикавказда ла кеше ғүмерен ҡотҡарам, тип дауаханаға ашыҡҡан водитель авария һөҙөмтәһендә үҙенең ғүмерен юғалтҡан. Ҡыҙғанысҡа, Рәсәйҙә бындай осраҡтар бихисап. Ул ғына түгел, ауырыған пациент янына йәки дауаханаға шул ауырыуҙы алып китеп барған автомашинаның алдына сығып, туҡтатҡан осраҡтар ҙа юҡ түгел.

Бәхеткә күрә, юлда ғәҙел кешеләр ҙә бар икән. Ваҡиға шаһиттары таксисты ҡыуып ебәрә.

Күп кенә осраҡта медицина хеҙмәткәрҙәренә ваҡыттарын әрәм итергә тура килә.

Махсус сигналдарын ҡабыҙып килгән тиҙ ярҙам машинаһын үткәрмәгән водителдәргә ҡарата табиптар ошондай алымдар ҙа ҡулланырға мәжбүр. Ә бит уларҙың һәр минуты ҡәҙерле.

Ә был кадрҙар сит илдә төшөрөлгән. Унда ашығыс хеҙмәттәргә мөнәсәбәт бөтөнләй икенсе. Тиҙ ярҙам машинаһын күреү менән, башҡалар юл бирә.

Ә беҙҙең баш ҡала халҡы махсус хеҙмәттәргә ниндәй мөғәлләмәлә икәнен асыҡлар өсөн ашығыс медицина бригадаһы менән бергә саҡырыуға сыҡтыҡ.

Диспетчер телефондан саҡырыуҙы ҡабул иткәндән һуң, ашығыс медицина ярҙамы тейешле урынға 20 минутта барып етергә тейеш. Ошо ваҡыт эсендә өлгөрмәйҙәр икән страховкалау компаниялары уларға штрафтар һала. Был осраҡта медицина хеҙмәткәрҙәренә кешегә ярҙам итеүҙән тыш, ни өсөн пациентҡа ваҡытында килеп етмәүен иҫбатларға тура килә.

Тиҙ ярҙам машинаһы станциянан сығып та өлгөрмәне – тәүге ҡаршылыҡтар ҙа башланды.

Махсус автомобиль водительдәре халыҡтың тәрбиәһеҙлегенә күнегеп бөткән.

Бөтәһе лә тиерлек махсус сиренаға иғтибар бирмәй, үҙ юлын дауам итә.

Юлда ҡамасаулауҙары бер бәлә. Икенсеһе – ашығыс ярҙам бригадаһының саҡырылған адресҡа яҡын килә алмауы.

Күп кенә йорттар араһында шлагбаумдар, тимер ҡапҡалар ҡуйылған, юлға таш блоктар һалынған. Халыҡтың уйлап табыу һәләтенә хайран ҡалырлыҡ, ти табиптар.

Күп осраҡта быға юлда ҡамасаулаған башҡа машиналар сәбәпсе була. Автомобилдәрҙең һәм тәртипһеҙ водителдәрҙең артыуын иҫәпкә алғанда, был мәсьәләнең тағы ла нығыраҡ киҫкенләшеүен күҙалларға мөмкин.