Учалы районында сыҡҡан янғында өс кешенең, шул иәҫптән 13 йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғынды һүндереүгә өс сәғәт ваҡыт китә. Тәфтиш комитеты тикшереү башланы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпле сыҡҡан.