Өфөлә ике көн дауамында республика балалар баҡсалары педагогтарын инженер технологияларына өйрәттеләр. Һүҙ робототехника тураһында ғына түгел. Балалар баҡсалары педагогтары фәнни-техник ижад нигеҙҙәре буйынса белемдәрен арттырҙы. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова репортажында. Бына ошолай, һынаулы ғына минуттар эсендә Фәнилә Яҡупова етәкселегендәге команда планшет ярҙамында конструкторҙан йыйылған машинаға программа төҙөй һәм уны хәрәкәткә килтерә. Фәнилә балалар баҡсаһында 12 йыл эшләй, шуның алты йылын балаларға робототехника уҡыта. Бөгөн дә ул яңы белем артынан килгән. Өфөлә Фәнилә Яҡупова “Робобум” фестиваленә әҙерләнергә, тип килгән. Ябай теорияға бында урын юҡ, уҡытыу тулыһында практика менән үрелеп ярыш формаһында бара. Бөтә республиканан йыйылған педагогтар командаларға бүленеп эшләй. “Робобум” фестивале киләһе йылдың апрель айында үтәсәк. Әҙерлек әленән үк башланды. Фестивалдә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәле ҡатнаша ала. Проект уникаль, ти ойоштороусылар. Сөнки быға тиклем мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында фәнни-техник ижад нигеҙҙәре буйынса бындай саралар республика кимәлендә генә түгел, хатта Рәсәй кимәлендә лә үтмәгән... “Робобум” фестивален ойоштороуҙы Йылайыр ауылының “Березка” балалар баҡсаһы етәкселеге тәҡдим иткән. Әүҙем коллектив үҙ ауылында ресур үҙәге асып, бер йылдан ашыу мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа фәнни техник ижадты үҫтереү йүнәлешендә әүҙем эшләп килә. Ныҡлы тәжрибә туплаған педагогтар белемдәрен башҡалар менән дә бүлешергә әҙер. “Робобум” фестивале сиктәрендәге ярыштар бер юлы дүрт йүнәлеш буйынса үтәсәк - прототипирование, йәғни, 3D-моделләштереү, фәнни уйынсыҡ, ярыш робототехникаһы һәм Голдберн машинаһы.
Робобум
Робобум