Рәсәй һәм Украинаны тәүҙә бүлделәр һәм бер-береһенә ҡаршы һөсләттеләр. Рәсәй президенты Владимир Путин был турала Сочила Валдай клубының йомғаҡлау ултырышында белдерҙе.
Сүриәнең Идлиб виләйәтендә Хасс ауылын һауанан утҡа тотоу сәбәпле кәм тигәндә 17 кеше һәләк булған. Идлиб Ньюс агентлығы хәбәр итеүенсә, һәләк булыусыларҙың күбеһе мәктәп комплексы янына йыйылған балалар. Беҙҙең ил етәкселеге был фажиғәне ҡот осҡос тип баһаланы.
Рәсәйҙең оборона министрлығы “Адмирал Кузнецов” карабының Испаниялағы Сеут портына инмәйәсәге тураһында белдерҙе. Мәскәү был йәһәттән Испания етәкселегенә мөрәжәғәт итмәгән. Кораблдар төркөмө алдына ҡуйылған бурыстарҙы автоном режимда ла эшләй ала. Быға тиклем “Адмирал Кузнецов” яғыулыҡ ҡойор өсөн Сеут портына туҡталыр тип көтөлгәйне.
Брент маркалы нефттең бер баррелен хәҙер 50 доллар самаһына алырға мөмкин. Финанс баҙары аналитиктары быны ОПЕК ағзаларының тиҙҙән буласаҡ осрашыуына бәйләй. Унда нефть сығарыуҙы тәүлегенә 33 миллион баррелға тиклем аҙайтыу мәсьәләһе ҡаралырға тейеш. Рәсәй нефть экспортлаусы илдәр ҡарарын хупларға әҙер.
Бүрәт республикаһында һәм Иркутск өлкәһендә йәшәүселәр билдәһеҙ объекттың ергә ҡолауына шаһит булған. Видеотеркәүестәр төшөргән кадрҙарҙан күренеүенсә, йәшел төҫтәге объект ергә табан оса. Был күренеште Бүрәт метеориты тип атағандар.