Бөгөн Рәсәйҙең армия авиацияһы көнө билдәләнә.
1948 йылдың 28 октябрендә илдә армия авиацияһы ойошторола. Тап ошо ваҡытта Мәскәү өлкәһенең Серпухов ҡалаһында вертолеттар менән йыһазландырылған тәүге авиация эскадрильяһы булдырыла. Вертолет авиацияһы тәүҙә ярҙамсыл тип атала, уға йөк ташыу, ут көйләү, разведка, элемтә бурыстары йөкмәтелә. 70 йылдар башында ҡоралланыуға яңы вертолеттар алыныу һәм уларға ер өҫтө ғәскәрҙәренә ярҙам итеү бурысы йөкмәтелгәс ул авиация армияһына әүерелә. Ярты быуаттан ашыу тарихында машиналар экипаждары Рәсәйҙең һәм унан ситтә барлыҡ "Ҡыҙыу нөктәләр"ендә була. 1990 йылда армия авиацияһы үҙаллы ғәскәр төрөнә әйләнә, 2003 йылда Хәрби-һауа көстәре составына тапшырыла. Рәсәйҙең Армия авиацияһын нығытыуға Башҡортостан да оло өлөш индерә. Республикала вертолеттарҙың Ка-28, 29, 31 һәм Ка-226 моделдәре етештерелә. Конструкторҙар был төр техниканың яңы өлгөләрен дә әҙерләй.