1 декабрҙән ҡала хакимиәте ҡарары буйынса Өфөлә балалар баҡсаһы өсөн түләү арта. Был хаҡта мәктәпкәсә белем биреү буйынса брифингта гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф идаралығының баш белгесе Мәрйәм Корицкая хәбәр итте.Түләү 19 һумға артып, көнөнә 170 һумға етәсәкк. Шулай итеп, әгәр бала ай буйына балалар баҡсаһына йөрөһә, 3 мең 570 һум түләргә кәрәк. Түләүҙе арттырыу иҫәбенә мәктәпкәсә йәштәге балалар рационына йәшелсә салаттары, емеш-еләк, һуттар өҫтәргә вәғәҙә итәләр.
Өфөлә балалар баҡсаһы өсөн түләү арта
Өфөлә балалар баҡсаһы өсөн түләү арта