Ҡурсаҡ театрында Премьера

Ҡурсаҡ театрында Премьера

Был ял көндәрендә кескәй тамашасылар Сергей Аксаковтың Ал сәскә музыкаль спектаклен ҡарай ала. Сағыу ҡурсаҡтар, тылсымлы декорация, заманса музыка һәм әкиәт донъяһы. Әлегә был тамашаны опера һәм балет театрының бәләкәй залына ҡарарға мөмкин.Күптәргә таныш сюжет. Сауҙагәр атай ҡыҙҙарының теләген үтәп һәр береһенә бүләк алып өйөнә ҡайтҡан. Спектакль Сергей Аксаковтың « Ал сәскә » әкиәтенең донъя күреүенә 165 йыл тулыу айҡанлы сәхнәгә йәнә ҡайтарылды. Әйткәндәй, ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында 4-се тапҡыр сәхнәләштерелә. Билдәле әкиәтте төрлө сүрәттә уйнаныҡ, ти 45 йылға яҡын ошо театрҙа хеҙмәт иткән актер Виталий Щербаков. Әммә һәр тамашала мауығып һәм оло кинәнес менән ҡурсаҡтарға йән өрәбебеҙ, ти ул.Әкиәтте сәхнәгә ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова актерҙарҙың һәр хәрәкәтенә, интонацияһына иғтибар итә. Ул да 1980-се йылдарҙан алып «Ал сәскә» лә бихисап ролдәрҙе башҡарған .Йылдар үтеү менән Аксаков әкиәте көнүҙәклеген юғалтмай, Киреһенсә, йәш быйынды үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра, тигән фекерҙә режиссер.Ә мин эштең ҡатмарлыһы рәссамдарға һәм сценографтарға, тигән фекерҙә ҡалдым. Сөнки декабрь уртаһында ҡурсаҡ театры үҙҙенең яңыртылған сәхнәһенә ҡайта. Тимәк, опера һәм балет театрының бәләкәй залына тегелгән сәхнә һәм әкиәт биҙәлеше өр-яңы бинаға күскәс тағы ла сағыуыраҡ уҡылырға тейеш.165 йыл буйы «Ал сәскә» әкиәтен ҡарап бер нисә быуын үҫкән. Музыкаль биҙәлештең заманса яңғырауы шарт, тигән фекерҙә композитор Владислав Савватеев. Йырҙарға тексты Светлана Чураева ижад иткән. Сәхнәгә бейеүҙәрҙе Сулпан Асҡарова ҡуйған. Йәмғеһе, әкиәт өсөн рус фольклоры әҫәрҙәренә таянып 40-тан ашыу трек яҙылған. Бүләккә ал сәскә һораған сауҙәгәрҙең бәләкәй ҡыҙы Настяны 2 актер уйнай. Рәйлә Ғиззәтуллин һәм Надежда Прошина. Тамашаға килгән кескәйҙәр һис шикһеҙ тылсым донъяһына сумасаҡ. Үҙе яҙған ҡәләм, осоп йөрөгән ҡашаяҡтар һәм сағыу образдар. Барыһы ла махсус ошо әкиәт өсөн эшләнгән. Ал сәскәнең тик битлектәрҙә уйналған вариантын да белә башҡала тамашасыһы. Был юлы ҡурсаҡтарға ла битлектәргә лә берҙәй баҫым яһала. Шуныһы, хәҙергеләре еңелерәк, йөрөтөүе лә уңайлы.Был йәкшәмбе музыкаль әкиәттең премьераһы көтөлә. Артистар Ал сәскәне опера һәм балет теарының бәләкәй сәхнәһендә бер нисә тапҡыр уйнаясаҡ. Артабан Сергей Аксаковтың бөйөк әҫәре яңыртылған ҡурсаҡ театры сәхнәһенә күсә. Ә билеттар күптән һатыуҙа.