Радий Хәбиров Сергей Аксёнов менән осрашты

Радий Хәбиров Сергей Аксёнов менән осрашты

Илдең яңы биләмәләренә эш сәфәре һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксёнов менән осрашты. Етәкселәр төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында әңгәмәләште.Сергей Аксёнов Башҡортостан етәкселегенә һәм шәхсән Радий Хәбировҡа Ҡырым халҡына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров Ҡырым Республикаһы башлығына 2019 йылда ҡатмарлы экологик хәлдә ҡалған Сибай балаларын Ҡырым шифаханаларында ҡабул итеп һаулығын нығытыуға булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Башлығы «Башкирское долголетие. Туризм» проекты сиктәрендә хаҡлы ялдағыларға Ҡырымға сәйәхәт ойоштороу йәһәтенән хеҙмәттәшлек тәҡдим итте.Сергей Аксёнов тәҡдимде хупланы. Осрашыуҙа шулай уҡ Евпаторияла Башҡортостан ярҙамы менән балалар әсән «Юбилейный» шифаханаһы төҙөлөшө мөмкинлектәре ҡаралды. Проект яңы хеҙмәт урындары менән тәьмин итергә һәм республика балаларына Ҡырымда ял итергә мәмкинлек бирәсәк. «Юбилейный» шифаханаһы 2017 йылда Башҡортостан ҡарамағына тапшырылғайны. Тәүҙә объектты яңыртып ҡороу биналарҙы капиталь ремонтлау, биләмәне төҙөкләндереүҙе генә күҙ уңында тотһа, тикшеренеүҙәр йорттарҙың емерек хәлдә икәнен асыҡлаған. Шуға ла бөтөнләй яңы проект ҡабул итеп был урында заманса санаторий төҙөргә һәм яңы рекреация үҙәген асырға хәл ителде. Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл объекттың инженер ҡоролмалары һалына, 2024 йылда төҙөлөш башланасаҡ.