Башҡортостанда быума йүтәл менән сирләүселәр осрағы артҡан

Башҡортостанда быума йүтәл менән сирләүселәр осрағы артҡан

Башҡортостанда коклюш, йәғни, быума йүтәл менән сирләүселәр осрағы артҡан. Әле уларҙың һаны 300-гә еткән. Башлыса, балалар ауырый. Республикала был хәл 2022 йыл менән сағыштырғанда 40 тапҡырға күберәк теркәлгән, тип билдәләй белгестәр. Быума йүтәл бактериаль сир, ул кешенән кешегә тиҙ күсә. Хәүеф төркөмөндә 2 йәшкә тиклемге сабыйҙар. Теманы беҙҙең хәбәрселәр дауам итә.Дауаханаларҙа сабый илаған тауыш йышыраҡ яңғырай, йәш балалы әсәйҙәр күберәк күренә башланы. Кемдер педиатрға сираттағы тикшеренеүгә килгән, кемдер вакцина эшләтә. 9 айлыҡ Булатты әсәһе Лилиә Әхмәтова вакцинацияның 3-сө этабын эшләтергә алып килгән. Әсәһе тыныс булғанғалыр, Булат та шәфҡәт туташының энә ҡаҙағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Үәт шәп егет! 2 бала әсәһе сабыйҙарына прививкаларҙы ваҡытында эшләтеп барырға тырыша. Ноябрь киҫкен респиратор ауырыуҙар көсәйгән мәл. Ул ғына ла түгел Башҡортостанда коклюш сиренең ҡырҡа артыуы күҙәтелә. Күк йәки быума йүтәл тип йөрөтә уны халыҡ. Исеме үк әйтеп тора, сир ваҡытында кеше быуылып йүткерә. Ауырыу ябай киҙеү кеүек башлана. Уны 100 көнлөк йүтәл тип тә атайҙар. Айырыуса был сир менән 14 йәшкә тиклемгә балалар ауырый. Бер йәшкә тиклем балаларҙа ул ныҡ ҡурҡыныс үтә, ти белгестәр. Сабый бер нисә сәғәт эсендә тын ала алмай башлауы ихтимал. Шуға ла өйҙә үҙаллы түгел, мотлаҡ стационарҙа дауаланыу зарур.Йыл башынан күк йүтәлдең Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҡырҡа артыуы күҙәтелде. Башҡортостанда 8 осраҡтан 325 –кә тиклем. Ә күрше Татарстанда әлегәсә 400 кеше сирләгән. Роспотребнадзорза билдәләүҙәренсә бындай хәл 3-5 йыл һайын ҡабатланып тора. Сирҙең инкубацион осоро 4 көндән 2 аҙнаға тиклем дауам итә. Ҡурҡынысы тағы шунда: быума йүтәл башланғансы уҡ кеше уны башҡаларға йоҡтора башлай. Унан һуң тағы ла 2-3 аҙна йоғошло иҫәпләнә. Быума йәки күк йүтәлде иҫкәртеүҙең иң яҡшы ысулы вакцинация, ти белгестәр. Тимәк, милли календарь буйынса билдәләнгән привикаларҙы инҡар итергә