Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа авариялар артыуға борсолоу белдерҙе.
Әйтәйек, бер көндө генә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 4 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. 134 водитель руль артына эскән килеш ултырған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн һауа торошоноң насарайыуы һәм юлдарҙа хәлдәрҙең тағы ла ҡатмарлашыу ихтималлығы тураһында хәбәр итә. Епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Етмәһә томан да төшәсәк. Бындай шарттарҙа мотлаҡ юл ҡағиҙәләрен үтәү хәйерле ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта 112 телефоны буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк.