Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ әйләнештән спиртлы эсемлектәрҙе тартып алыуҙы дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ әйләнештән спиртлы эсемлектәрҙе тартып алыуҙы дауам итә

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ әйләнештән спиртлы эсемлектәрҙе тартып алыуҙы дауам итә.

Дәүләкән, Дүртөйлө, Межгорье, Нефтекама һәм Туймазы ҡалаларында сауҙа нөктәләрендә һәм шәхси йорттарҙа лицензияһы булмаған спиртлы эсемлектәр һатыу асыҡланған. Күгәрсен, Мишкә, Шишмә, Ҡалтасы райондарында ла ошондай уҡ хәл. Һатыусыларға ҡарата административ протоколдар төҙөлгән.