Террорсылар Сүриәнең Алеппо ҡалаһына һөжүмен дауам итә. Ракеталар һәм ҡулдан эшләнгән бомбалар менән ҡоралланған меңләгән кеше төрлө юлдар менән ҡалаға инергә тырыша. Быға тиклем Рәсәй президенты гуманитар тәнәфесте оҙайтыу маҡсатында террорсыларҙы утҡа тотоуҙы туҡтатып торорға ҡушҡайны.
Италияла ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрәләр. Рихтер шкалаһы буйынса уның көсө тәүҙә 5 ярым, һуңынан 6 балға еткән. Һәләк булыусылар юҡ, әммә 4 меңь самаһы кеше йорт-ҡаралтыһыҙ тороп ҡалған.
Исландияла пираттар партияһы парламентҡа һайлауҙа өсөнсө урынға сыҡҡан. Йәш фирҡә илдә абруйлы сәйәси көскә әйләнгән. Аналитиктар фекеренсә, йәштәр һәм ҡарттарҙы берләштереүсе пираттар партияһы киләсәктә йәшелдәр һәм социаль-демократтар менән коалиция ойоштороп парламентта күпселекте алыуы ихтимал.
Америкала президент вазифаһына дәғүә итеүсе Хиллари Клинтон ирҙәргә һәм ҡатындарға бер үк кимәлдә эш хаҡы түләргә вәғәҙәләгән. Әммә белгестәр быны һайлау алдынан пиар аҙым, тип кенә баһалай. Сөнки Клинтондар фондында ирҙәр хеҙмәт хаҡын ҡатындарға ҡарағанда күберәк ала икән.