Ни өсөн итальяндар Ҡырмыҫҡалыны үҙ итә?

Тулыраҡ: Ни өсөн итальяндар Ҡырмыҫҡалыны үҙ итә?

Бының сере ябай. Ҡырмыҫҡалы һөтөнән ҡайнатылған сыр Италияныҡынан күпкә тәмлерәк икән. Ҡырмыҫҡалыла сыр ҡайнатыу цехы эшмәкәрлеге менән республика башлығы танышты.

Хәбәрсе. Сыр оҫтаһы һөт яратырға тейеш. Әгәр ҙә һин сеймалды үҙ итмәйһең икән, тимәк эшеңдең дә һөҙөмтәһе булмаясаҡ. Сыр эшләү ябай, ул ҡатмарлы түгел. Ҡырмыҫҡалы оҫтаһы үҙ эшенең сере менән республика башлығы Рөстәм Хәмитовты ла таныштырҙы. Ә бына урындағы тауар етештереүҙә өҫтөнлөктәр тап Ҡырмыҫҡалы һөтөнә бирелә. Һөт ҡуйылығы буйынса һайлап алына. Тағы бер шарт – һөттә антибиотиктар булмаҫҡа тейеш. Башҡорт сырын иһә Италия оҫтаһыла юғары баһалай. Айрат Әхмәҙуллин сит ил белгесенән дәрестәр ала. Быға тиклем нефтсе булып эшләгән Айрат Әхмәҙуллин хәҙер ярты йыл самаһы сыр ҡайната. Айрат Әхмәҙуллиндың кәштәһендә хәҙер фета сортлы сыр ҙа бар. Әлегә ул тәжрибә, ә һыуытҡыста иһә сырҙың ун биш төрө әҙер. Рикотта, Качотта, Монтазио, Страккино һәм гауда. Һуңғыһы иһә ҡыҙыл шарапта ебетелгән. Бельпер Кнолле иһә трюфель бәшмәгенә оҡшаш. Ҡырмыҫҡалылағы цех айына өс тонна сыр етештерә ала. Әҙер тауарҙың бер өлөшө һыуытҡыста урын алһа ла, эш бер минутҡа ла туҡтамай. Ризыҡты тәмләндереү өсөн тағы ла бер ҡағиҙә. Цехта һәр ваҡытта ла классик музыка яңғырай. Ҡырмыҫҡалыға эш сәфәре барышында, республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошондай йүнәлештәге цехтарҙы Башҡортостан кимәлендә үҫтереү кәрәклеген биләдләне. Әйткәндәй, Башҡортостанда хәҙер сыр эшләргә өйрәнеү буйынса айырым мәктәп тә бар. Ҡырмыҫҡалынан Айрат Әхмәҙуллин тап ошо курстарҙа белем алған. Ә фермерҙың иһә мөмкинлектәре лә байтаҡ. Уға гранттар алыу өсөн еңелгә тура киләсәк. Ә сыр эшләү цехы иһә төбәк кимәлендәге өлгөгә әйләнергә тейеш.