Техниканы яңы кимәлгә күтәрер магнит элмәһе

Тулыраҡ: Техниканы яңы кимәлгә күтәрер магнит элмәһе

Техниканы яңы кимәлгә күтәрер магнит элмәһе.

Өфөлә йәш ғалимдар роторҙы билдәле бер кимәлдә тотор өсөн үҙенсәлекле электромеханика ҡоролмаһын уйлап тапҡан. Был ҡоролма энергия биреү менән идара итеү нөктәләренән, кәтүк һәм магнит шарҙан тора. Өфө авиация техник университеты студенттары һәм йәш ғалимдары магнит элмәһен 4 айҙа эшләгән. Баштан алып аҙағына тиклем үҙебеҙҙең тикшеренеүҙәр һәм эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе, ти беренсе курс магистранты Андрей Баранов. Магнит элмә донъяла яңылыҡ түгел, әммә Өфө ғалимдары уны камиллаштырыуға өлгәшкән. Левитация бейеклеге менән ҡатылыҡты тәьмин итеү генә түгел, был өлгө бер кәтүк ярҙамында 65 грамлыҡ шарҙы аҫыуҙа тоторға иҫәпләнгән. Был ҡоролманы робот техникаһында, микростаноктар эшендә, авиация двигателдәре эшләүҙә, хәрби техника, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә файҙаланалар. Магнит элмә булһа үтә һалҡын шарттарҙа эшләгән техника өлөштәрен майлау кәрәклеге лә бөтә. Уны шулай уҡ йыһанда һәм атом энергияһына нигеҙләнгән шарттарҙа ҡулланырға мөмкин. Өфө дәүләт авиация техник университетының электромеханика кафедраһында эшләгән студент конструкторҙар бюроһы ҡаҙаныштары бының менән генә сикләнмәй. Граждандар һәм хәрби авиация, йыһан аппараттары өсөн кәрәкле ҡоролмаларға илдә мохтажлыҡ ҙур. Шуға ла Вячеслав Вавиловтың төркөмө дәртләнеп эшләй. Тикшеренеүҙәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмай, ә сәнәғәт, тәбиғәт шарттарында уңышлы һынау үтә. Улар күпләп сығарыуға тулыһынса әҙер. Электромеханика кафедраһы студенттар-конструктор бюроһының эшмәкәрлек йүнәлештәре киң. Фәнни эҙләнеүҙәр авиация ҡоролмалары, альтернатив энергетика, ел ҡорамалдары, йыһан аппараттарының электр йыһаздары өлкәһендә алып барыла. Был өлгөләрҙең һәр ҡайһыһы ғәмәлдә ҡулланыш таба.