Балаларға айырым иғтибар

Балаларға айырым иғтибар

Яңы йыл байрамдары ваҡытында махсус хәрби операциялар ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына айырым иғтибар булырға тейеш Был турала Республика башлығы аҙна һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ шыршы майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек мәсьәләләрен көсәйтеү кәрәклеген дә билдәләне. Хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова дауам итә.Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән Рәсәй халыҡ-ара күргәҙмә-форумына айырым туҡталып китте. 3 декабрҙә күргәҙмә майҙансығында Башҡортостан көнө уҙҙы. Республиканың форум биләмәһендә ойошторолған тематик экспозицияһын төбәк етәксеһе үҙе барып күрҙе. Ул республика командаһының эшен юғары баһаланы һәм һәр кемгә был экспозиция менән танышырға кәңәш итте. Апрель дауамында күргәҙмә биләмәһендә Өфө көнө уҙасаҡ. Рәсәй халыҡ-ара күргәҙмәһе 12 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Көн ҡаҙағында Яңы йыл сараларына әҙерлек. Байрам көндәрендә республика ҡалаларында һәм райондарында ололар һәм балалар өсөн меңәрләгән мәҙәни сара үтәсәк. Улар менән Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова таныштырҙы. Төп сара  — Республиканың Яңы йыл шыршыһы. Ул 27 декабрь үтәсәк. Унда меңдән ашыу бала ҡатнашыр тип көтөлә. Башҡортостан етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына етем, имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм аталары махсус хәрби операцияла һәләк булған балаларға яңы йыл байрамдарында айырыуса иғтибар бүлергә саҡырҙы.Йылдың төп мөғжизәле байрамына коммуналь хеҙмәттәр ҙә әҙерлек башлаған. Быйыл район-ҡалаларҙа бөтәһе 1 мең 12 боҙ ҡаласығы ҡуйыласаҡ. улар 23 декабргә тиклем тантаналы асылырға тейеш. Бынан тыш, 9 декабргә тиклем муниципалитеттар алдында биналарҙы, урамдарҙы һәм йәмәғәт урындарын байрамса биҙәү бурысы тора. 20 декарбгә тиклем ҡала-район майҙансыҡтарында тере шыршылар ҡуйылырға тейеш. Был хаҡта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова хәбәр итте. Төбәк етәксеһе Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлергә ҡушты.