Уларҙың мөмкинлектәре сикләнмәгән

Уларҙың мөмкинлектәре сикләнмәгән

2024 йылда Өфөлә мөмкинлеге сикле балалар өсөн дистацион уҡыу, медицина һәм социаль ярҙам үҙәген асыу көтөлә. Ошо хаҡта Радий Хәбиров инвалидтар менән эш буйынса координация советы ултырышында белдерҙе. Республиканың «Салют» реабилитация һәм белем биреү үҙәгендә 192 урынлыҡ коррекцион мәктәп һәм ҡунаҡхана төҙөлә. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Координиция советының көн тәртибендә физик мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн төбәктә барьерһыҙ мөхит төҙөү, талаптарға ярашлы инфраструктура булдырыу, социаль реабилитация һәм абилитация системаһын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостан Башлығы республикала инвалидтарға уңайлы шарттар булдырыу һәм ғаиләләргә ярҙам йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла, тип белдерҙе Төбәктә биш реабилитация үҙәге, уларҙың 18 филиалы асыҡ, 15 психоневрологик, ҡарттар һәм инвалидтар өсөн биш йорт-интернат бар, Өфөлә геронтология үҙәге эшләй. 2019 йылдан башлап бюджеттан 460 миллион һум тирәһе аҡса физик мөмкинлеге сикле балалар реабилитацияһына сертификаттарҙы бойомға ашырыу маҡсатына бүленгән. Ярҙамдың был төрөн бөгөнгә 10 меңгә яҡын кеше файҙаланған, Сертификат буйынса улар шәхси махсуслаштырылған учреждениеларҙа дауалана ала. 2024 йылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хеҙмәт йәшендәге инвалидтар өсөн дә ошондай сертифиаттар ғәмәлгә инә.