Яңы йыл килә

Яңы йыл килә

Яңы йыл байрамдары ваҡытында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына айырым иғтибар булырға тейеш. Был турала Республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ шыршы майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек мәсьәләләрен көсәйтеү кәрәклеген дә билдәләне. Байрам көндәрендә республика ҡалаларында һәм райондарында ололар һәм балалар өсөн меңәрләгән мәҙәни сара үтәсәк. Төп сара  — Республиканың Яңы йыл шыршыһы. Ул 27 декабрь ойошторола. Унда меңдән ашыу бала ҡатнашыр тип көтөлә. Башҡортостан етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына етем, имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм аталары махсус хәрби операцияла һәләк булған балаларға яңы йыл байрамдарында айырыуса иғтибар бүлергә саҡырҙы.Йылдың төп байрамына әҙерлек хаҡында хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова белде.Яңы йыл алдынан ҡала урамдары сағыу төҫтәргә күмелә. Күп кенә ҡала, райондар яңы йылды байрам итеүгә әҙерләнә башлаған да инде. Өфөнөң Ленин майҙанын да, ғәҙәттәгесә, ҡупшыҡай биҙәй. Бейеклеге 30 метрлыҡ яһалма шыршы 90 гирлянда һәм уйынсыҡтар менән биҙәлә.Ҡыш Бабай өсөн боҙ ҡаласығы янында йорт та төҙөлә. Боҙҙан түгел, ҡарағайҙан. Быйыл Өфөлә Ҡыштың төп тылсымсыhынын өйө каланың Ленин майҙаны эргәһендә урынлашасак. Өйҙә ҡунаҡ залы һәм шәхси бүлмәләр була. Резиденция 24 декабрҙә ҡунаҡтарҙы ҡабул итә башлай.