Башҡортостанда туҡтамайынса 14 сәғәт буйы ҡар яуҙы.
Бер тәүлектә генә ҡала урамдарынан 3 мең кубометр ҡар сығарылған. Бөгөн төнөн 315 берәмек техника урамдарҙы ҡарҙан таҙартҡан. Өфөлә 1 тәүлек эсендә генә 122 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Күп авариялар йәйге тәгәрмәстә йөрөүсе водителдәр арҡаһында сыҡҡан тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән. Киске сәғәттәрҙә Өфөлә тығындар 9 баллға етте. Урыны менән автомобилдәр хәрәкәте сәғәте 5 саҡрымдан да артмай ине.