Өфөлә Республика Хәрби дан музейында “Башҡортостан моряктары Ватаныбыҙ хаҡына” тигән күргәҙмә асылды.
Күргәҙмә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флотына 320 йыл тулыуға арналған. Был проектты “Диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Мәҙәниәт Министрлығы менән берлектә ойошторған. Күргәҙмәләге экспонаттарҙың барыһыла Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандарының шәхси архивтарынан йыйылған.