Яңы һайланған Башҡортостан депутаттары халыҡ менән осраша башланы

Тулыраҡ: Яңы һайланған Башҡортостан депутаттары халыҡ менән осраша башланы

Яңы һайланған Башҡортостан депутаттары халыҡ менән осраша башланы.

Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишсарин Өфөнөң 96-сы лицейы уҡыусылары менән осрашты. Парламентарий үҙенең тормошо, хеҙмәт стажы һәм сәйәси эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Үҫмерҙәргә илдәге ижтимажи-сәйәси хәл тураһында бәйән итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов яңы һайланған Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашыуҙа яңы маҡсаттар билдәләне һәм уларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеп барасағын белдергәйне.

Өфөлә ҡасан бөйөк йырсы Федор Шаляпинға музей асылыр? Быны йәмәғәтселек кенә түгел, ошо йортта йәшәүселәр ҙә түҙемһеҙләнеп көтә. Сөнки торлаҡ хужалары фатирҙарын һата ла, ремонт та яһай алмай. Быны мәҙәниәт министрлығы менән килешеп эшләргә кәрәк. 19 быуатта тап ошо йортта Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъяға билдәле булған йырсы – Федор Шаляпин йәшәп киткән. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы тарихи ҡомартҡы булыуына ҡарамаҫтан, был йорт бөгөнгө көндә авария хәлендә. Радик Байбурин Федор Шаляпиндың вариҫы ла, ейәне лә түгел. Ул бары тик билдәле опера йырсыһы бер йыл йәшәп киткән өйҙөң өстән бер өлөшө хужаһы. 1880 йылда төҙөлгән бина сереп бөткән. Мәҙәниәт министрлығы йортҡа ниндәйҙер үҙгәрештәр керетергә ҡырҡа ҡаршы. Бөтә кешеләр күсерелгәс кенә, өйҙө төҙөкләндерергә һәм йорт-музей асырға мөмкин. Емерелер хәлгә еткән йорт классик музыка һөйөүселәр өсөн иҫтәлекле урынға әйләнерме, юҡмы, уныһы билдәһеҙ. Әммә бөйөк йырсының йорто мотлаҡ туристарҙы йәлеп итер, тип ышаналар мәҙәниәт министрлығында. Ә йорт хужалары иһә ҡасан да булһа яңы фатирға күсербеҙ, тип ышана.