Киләһе йыл Башҡортостанда театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендә лайыҡлы тип табылған ижади проекттар йәнә республика Башлығының 90 миллион һумлыҡ грантына эйә буласаҡ. 2013 йылдан башлап Башҡортостандың ижади коллективтарына конкурс нигеҙендә 16 грант тапшырыла. Шуларҙың ике гранты — 13,5, бишәүһе — 9, икәүһе — 4,5, өсәүһе — 1,8 миллион һәм дүртәүһе 900 меңешәр һумлыҡ. Грантҡа театр, музыка, бейеү, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәләрендә әүҙем эшмәкәрлек алып барған ижади коллективтар дәғүә итә ала. Грант алыу тәртибе һәм ғариза формаһы менән республика Мәҙәниәт министрлығының сайтында танышырға мөмкин.
Мәҙәниәт өлкәһендә гранттар
Тулыраҡ: Мәҙәниәт өлкәһендә гранттар