Туҡай мәсете янындағы янғын ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпле сыҡҡан.
Был турала бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр иттеләр. Мәсеткә зыян килмәгән. Төтөндө күреү менән күршеләре янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Әммә, ағас йорт тиҙ арала янып бөтә. Утты 3 янғын һүндереү бүлеге ярҙамында һүндерәләр. Бының өсөн ике сәғәт ваҡыт талап ителә. Әммә, өй тулыһынса тиерлек янып бөтә. Белгестәр фаразлауынса, янғын электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан. Йортта өс ғаилә йәшәгән, улар бер-береһе менән яҡын туғандар. Бәхеткә күрә кешеләр зыян күрмәгән. Ғаиләләр ғәҙәттән тыш фонд тәҡдим иткән торлаҡтан баш тартҡан.