Рәсәй Дәүләт Думаһында баҡсасылыҡ тураһында закон проекты әҙерләнә.
Ошо уңайҙан ил төбәктәрендә баҡсасылыҡ, үҫенте һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендә ыңғай тәжрибә туплаған хужалыҡтар һәм ғилми-тикшеренеү институттарынан ғәмәли тәҡдимдәр ҡабул ителә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының эш төркөмө ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Республикала һәүәҫкәр баҡсасылыҡ менән байтаҡ кеше шөғөлләнә, бынан тыш сертификаты булған ете емеш-еләк питомнигы бар. Баҡсасылыҡ йүнәлешен алған фермерҙарға дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта орлоҡ әҙерләү, үҫентеләр һатыу мәсьәләһе ҡаршылыҡтарға тарый. Емеш-еләк хужалыҡтарының да һыу, махсус техника, дәүләт ярҙамы саралары йәһәтенән хәл итәһе һорауҙары бар.