Өфөлә морждар үҙ миҙгелен асты.
Яҡутов паркындағы Һалдат күлендә һалҡын һыу яратыусы егерменән ашыу кеше боҙло һыуға сумды. Мәкелә йөҙөргә йәшенән алып ҡартынаса ике тиҫтәнән ашыу кеше йыйылған. Салауат Аҫылбаев һалҡын һыу ҡөҙрәтен белгән ир-егеттәрҙең береһе. Мәкегә сумыу тәнгә генә түгел, ә йәнгә лә сихәт бирә, ти ул. Ун биш йыл элек бик ҡаты ауырып киткәндән һуң һалҡын һыу мине яңынан аяҡҡа баҫтырҙы, ти ир уҙаманы. Тәжрибәле морж йыл һайын мәке уйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ихтыяр көсө барҙа мөмкинлектәр ҙә сикһеҙ, тигән фекерҙә. Күл буйына йыйылған тәжрибәле морждарҙың уй-фекерҙәре лә берҙәм. Көн дә һалҡын һыу менән ҡойоноу, аҙнаһына бер-нисә тапҡыр мәкегә сумыу һаулыҡ өсөн ыңғай һөҙөмтә бирә, ти улар. Бик ҡыйыу, тәүәккәл аҙым яһаусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бихисап. Минекәй Батырова ун биш йыл был спорт төрө менән шөғөлләнә. Морждар сәләмәт тормошто пропагандалай. Ҡышҡы йөҙөүҙе спорт тип һанамаусылар, уны бары тик һауығыу, сынығыу сараһына индереүселәр ҙә осрай. Киләсәктә ҡышҡы йөҙөү бик күп кешеләрҙе берләштергән һәм популяр спорт төрө булыр тигән ышаныс көслө, ти ойоштороусылар. Мәкелә һыу инеүселәр һаны һуңғы йылдарҙа артҡандан-арта. Ғалимдар әйтеүенсә, улар араһында һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар һаны ла һирәк. Морждар был күлгә аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәгә килә. Һыу йәйен генә түгел, ә ҡышын да һаулыҡҡа ыңғай тәҫъир итә, ти улар. Шулай ҙа һалҡын һыуға әҙерлекһеҙ сумыу һаулыҡҡа зыян килтереүе тураһында ла онотмаҫҡа кәңәш итә табиптар.