Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй һәм Америка Сүриә буйынса һөйләшеүҙәрен дауам итә. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Ҡушма Штаттарҙағы һайлауҙан һуң был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырға вәғәҙәләне һәм Сүриә буйынса ике ил аныҡ һөҙөмтәләргә ирешер тигән ышаныс белдерҙе.

Мароккола Уарзазат ҡалаһы киләсәккә ишектәрен аса. Бында ер шарындағы иң ҙур ҡояш электростанцияһы төҙөлгән. “Нур” тип аталған станция илде илде тулыһынса альтернатив энергия менән тәьмин итә ала. Киләсәктә ошондай тағы ла 4 станция төҙөү ҡарала.

Арктикала боҙҙар ирей. Быны ер юлдаштары төшөрөп алған. Ғалимдар әйтеүенсә, күп йыллыҡ тикшереүҙәр һөҙөмтәһе ҡыуанырлыҡ түгел. Диңгеҙ өҫтөн ҡаплаған боҙҙар бынан ун йыл элек 20 процент булһа, хәҙер ул ни бары 3 процент ҡына.

Бермуд өсмөйөшөнөң сере асыҡланған. Баҡтиһәң, 500 мең квадрат километрлыҡ биләмәлә тиҙлеге сәғәтенә 270 километрға еткән көслө ел алты мөйөшлө болоттар барлыҡҡа килтерә икән. Һуңынан улар океан өҫтөнә төшөп кораблдәрҙе ауҙарырлыҡ, самолеттарҙың осоу траекторияһын үҙгәртерлек тулҡындар барлыҡҡа килтерә.